Администрация сельского поселения Баимовский сельсовет муниципального района Абзелиловский район Республики Башкортостан
Новости · 27 мая 2026 г.
Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле минең халҡым, хөрмәтле иптәштәр.Мин оло рәхмәтемде еткерәм ... — 27 мая 2026 г. в 11:56:20.564
Әссәләмү ғәләйкүм, хөрмәтле минең халҡым, хөрмәтле иптәштәр.Мин оло рәхмәтемде еткерәм үҙебеҙҙең, Байым биләмәһенең йәш спортсыларына,уларҙың ата-әсәләренә,йәш быуын спортсыларын тәрбиәләүселәренә(тренер) Андрей Соколовҡа, уның ҡатыны Евгенияға һәм, әлбиттә,ошо ауыр спорт төрөн үҙләштереүсе, Рәсәй федерацияһы кимәлендә чемпионатта ҡатнашып чемпионка России титулын яулаусы Тагирова Карина.2026 йылдың май айында Әстрәхән ҡалаһында уҙған Рәсәй масштабында уҙғарылған турнирҙа Карина икенсе урын,Рәхмәт ауылының уҡыусыһы Гүзәлиә Әхмәҙиева(беренсе урын),Ильяс Әхмәҙиев(өсөнсө урын) яуланылар.Был турнирҙа 350 спортсы ҡатнашып, беҙҙең Байым биләмәһенең спортсылары иң юғары урындарҙы алыуы ғорурлыҡ хисе уята.Үткән аҙнала Магнитогорск ҡалаһында региональный турнирҙа ла ҡатнашып беҙҙең әле әйтеп киткән йәш спортсылар һынатманы, лайыҡлы урындар алып ҡайттылар.Беҙ ғорурланабыҙ һеҙҙең менән,артабан да уңыштар, яңы еңеүҙәр,донъя кимәлендә лә беҙҙең биләмәбеҙҙең данын күтәрергә насип итһен, иншаАллаһ.

