Администрация сельского поселения Чебенлинский сельсовет муниципального района Альшеевский район
Политика · 18 марта 2026 г.
Бәйгене импровизацияланған ат парады асты Тамашасылар һәм ҡунаҡтар алдында 112-се Башҡо... — 18 марта 2026 г. в 07:32:37.724
Бәйгене импровизацияланған ат парады асты Тамашасылар һәм ҡунаҡтар алдында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы байрағы, Рәсәй, Башҡортостан һәм республика райондары флагтары аҫтында ат спорты ярыштарында ҡатнашыусылар үтте. Был парад 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында Уралдан Парижға тиклем батырҙарса хәрби юл үткән һәм 1945 йылдың майында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Берлинда еңеүҙе ҡаршылаған башҡорт атының данын иҫкә төшөрҙө. Ярыш программаһына биш мауыҡтырғыс уҙыш инде. Һыбайлыларға ҡарҙан яҡшы таҙартылған 2000 метр оҙонлоҡтағы киң һыҙат буйлап уҙышырға кәрәк ине. Бына Әлшәй районы хакимиәте башлығы призына 2000 метрлыҡ дистанцияға башҡорт тоҡомло аттарҙа (паспорт менән) уҙыш иғлан ителә. Артабан Әлшәй районында йылҡысылыҡ үҫешенә ҙур өлөш индергән Ханнанов Әхәт Хәбибулла улы һәм Шәрәфетдинов Тимур Гәрәй улы иҫтәлегенә стартҡа төрлө тоҡомло 2 йәшкә тиклемге аттар сыҡты. Саф тоҡомло һәм ҡатнаш тоҡомло аттар араһындағы өсөнсө уҙыш республиканың билдәле йылҡысылары, саф тоҡомло йылҡысылыҡты үҫтереү менән шөғөлләнгән Нәсибуллин Марс Вәрис улы һәм Һиҙиәтуллин Хәсән Сәғитйән улы, шулай уҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған жокей Ғәлиев Руслан Рәмил улы иҫтәлегенә үткәрелә. Бәйгенең дүртенсе этабы - яугир-интернационалистар кубогына санала уҙыш иң ҡомарлы ярыштарҙың береһе булды, ул Советтар Союзы Геройы Булатов Хоҙат Сәлимйән улы һәм гвардия сержанты Мөҙәрисов Рауил Исмәғил улы иҫтәлегенә арналды. Бәйгене махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған төрлө тоҡомло һәм йәштәге аттарҙа уҙыш тамамланы. Һуңғы ике ярышта һыбайлылар ике түңәрәк үтте. Дистанцияларҙа көрәш көсөргәнешле һәм иҫ киткес мауыҡтырғыс булды. Йылайыр, Бишбүләк, Бөрйән, Ейәнсура, Баймаҡ, Миәкә, Ауырғазы, Стәрлетамаҡ райондарынан һәм Татарстандан һыбайлылар ярышта призлы урындар яуланы. Әлшәйҙәр араһында ла еңеүселәр һәм призерҙар бар. Дим ауылынан Руслан Гәрәев үҙенең Ямалында башҡорт тоҡомло аттар араһындағы уҙышта еңеү яуланы һәм район хакимиәте башлығы призы – пониға лайыҡ булды. Ошо уҡ ярыштарҙа ат спорты мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Арина Әмирова Саптарҙа икенсе булып килде. Александр Шварев Ральфта төрлө тоҡомло һәм йәштәге аттар араһында бәйгелә икенсе булды. Ярыштарҙа иң етеҙ һәм сыҙамлы һыбайлыларҙы ғына түгел, ә иң йәш һәм иң өлкән һыбайлыны ла асыҡланылар. Был титулдарҙы турнир ҡунаҡтары - Ырымбур өлкәһенең Абдулла районынан Владислав Мырҙаҡов һәм Ейәнсура районынан Фәрит Әбелғужин алды. Бөтә призерҙар һәм еңеүселәр бағыусылар - «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе, «Агро МТС» ауыл хужалығы предприятиһы (етәксеһе Ж. Р. Сафин), А. П. Чехов исемендәге һауыҡтырыу лагеры (В. Ю. Ширяев), фермер Наил Ғәлиәкбәров, Себенле ауылынан махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләре Рәзилә һәм Илдар Әхмәҙиевтар, Сәлимә Фәтих ҡыҙы Йомағужинанан, Йәрмәкәйҙән Нәсибуллиндар, Краснокаманан Ғәлиевтар һәм Иглин районынан Иҙиәтуллиндар ғаиләләренән аҡсалата бүләктәр һәм миҙалдар алды. Иртәнән алып ат сабыштары ябылғанға тиклем майҙанда бик матур концерт барҙы, Себенле ауылының таланттары һәм район мәҙәниәт һарайы артистары тамашасыларға үҙҙәренең йырҙарын һәм бейеүҙәрен бүләк итте, ә уңған хужабикәләр бәйгелә ҡатнашыусыларҙы милли ризыҡтар һәм хуш еҫле ҡайнар сәй менән һыйланы. Турнир ҡунаҡтарына Советтар Союзы Геройы Х. С. Булатовтың ейәндәре, Ҡыҙыл Юл ауылынан «Ылаҡ» уйынында ҡатнашыусы йылҡысы Садиҡовтар ғаиләһе лә үҙҙәренең тәм-томдарын әҙерләгәйне. Һоҡланғыс сара ысын мәғәнәһендә ат спорты, берҙәмлек һәм дуҫлыҡ байрамына әүерелде. Йәшәһен батырҙарҙың тоғро пар ҡанаты, башҡорт аты сапһын уйнаҡлап... Фәнүзә СУФИЯНОВА.

