Администрация сельского поселения Чебенлинский сельсовет муниципального района Альшеевский район
Политика · 18 марта 2026 г.
БАТЫРҘАРҘЫҢ ТОҒРО ПАР ҠАНАТЫ, — 18 марта 2026 г. в 07:32:37.562
БАТЫРҘАРҘЫҢ ТОҒРО ПАР ҠАНАТЫ, БАШҠОРТ АТЫ САБА УЙНАҠЛАП... Себенле ауылында сағыу тамаша – ҡышҡы ат спорты уҙыштары үтте. Турнирға республиканың төрлө мөйөштәренән һыбайлылар йыйылды. Ҡатнашыусыларҙың географияһы киң: Дәүләкән, Әлшәй, Миәкә, Бишбүләк, Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, Ғафури, Архангел, Благовар, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура, Бөрйән райондарынан, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән һәм Татарстандан килгәйнеләр. Уларҙың барыһын да, йәшенә һәм милләтенә ҡарамай, спортҡа, һыбай йөрөүгә һәм башҡорт йолаларына һөйөү берләштерҙе. Ауылдан ситтә урынлашҡан ҙур асыҡ яланда ҡунаҡтарҙың килеүенә барыһы ла әҙер ине. Сағыу баннерҙар, ҡурай моңо, сауҙа рәттәре, усаҡтан сыҡҡан төтөн еҫе, ҡаҙан аҫып бешерелгән тәмле аш-һыу сараға байрам төҫө бирҙе. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Себенле ауылында ат спорты ярыштары урындағы халыҡ башланғысы менән өсөнсө йыл рәттән үткәрелә. Сара Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Чечняла һәм Афғанстанда һәм бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә Ватанды һаҡлаған яҡташтарыбыҙ - ҡыйыу яугирҙар иҫтәлегенә арнала. Ат сабыштарына ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Әгәр тәүге йылда бәйгелә - алты райондан 33 ат, былтыр ун ике райондан 62 ат ҡатнашһа, быйыл стартҡа 70-тән ашыу ат сыҡты. Сараны Себенле ауыл биләмәһе башлығы Таһир Кашапов асты. Ҡатнашыусыларҙы ихлас сәләмләп, ул бындай ҙур турнирҙың тап Себенле ерендә үткәрелеүенә ҡыуанысын белдерҙе. - Беҙҙең яҡтар борон-борондан сыҙам, тыңлаусан, аҡыллы башҡорт аттары, тырыш йылҡысылары һәм, әлбиттә, шифалы ҡымыҙы менән дан тота. Ауылыбыҙ эргәһендә ҡасандыр доктор Жданов шифаханаһы төҙөлгән булған, унда батырҙар эсемлеге менән дауаланырға бөтә Рәсәйҙән килгәндәр. Инәй-өләсәйҙәребеҙ Шафран, Чайкино һәм башҡа ауылдарҙа йәшәүселәрҙе ҡымыҙ бешеү серҙәренә өйрәткән. Себенле халҡы бөгөн дә үҙҙәренең тырышлығы менән дан тота, бында әле лә ат үрсетеп, боронғо йолаларға һаҡсыл ҡарайҙар, бергәләп халыҡ байрамдары ойошторалар, ҡаһарман яҡташтары менән ғорурланалар, улар араһында Советтар Союзы Геройы Булатов Хоҙат Сәлимйән улы, гвардия сержанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры Мөҙәрисов Рауил Исмәғил улы ла бар. Беҙҙең егеттәр ата-бабаларының рухына тоғро ҡалып, бөгөн дә махсус хәрби операция биләмәһендә ҡаһармандарса Ватанды һаҡлай. Мин яугирҙарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү өсөн берләшкән халҡыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланам. Бына күптән түгел хәрби операция биләмәһенән рәхмәт һүҙҙәре менән видеояҙма алдыҡ. Беҙҙең ирекмәндәргә ярҙам итеүсе яҡташтарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, уҙған йәй Илмир Сайранов уларҙы ике уңайлы автобуста «Торатау» геопаркына һәм «Күк-Ҡарауыҡ» шарлауығына алып барҙы,ә Гүзәл Хөснуллина башҡорт академия драма театры спектаклдәренә билеттар таратты, - тине Таһир Рәйес улы. Ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға район хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин да изге теләктәр менән мөрәжәғәт итте. Башҡорт аттарына, шулай уҡ ат сабыштарына, халыҡ йолаларына, мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта, быны республикала уҙғарылған төрлө саралар, шул иҫәптән быйылғы һыбайлылар ярышы ла раҫлай, тип билдәләне ул. Ҡатнашыусыларға район хакимиәте башлығы урынбаҫары – ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Данир Әхмәҙишин, район ветерандары советы рәйесе Фәрит Хәйбрахманов, Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе Илһам Зарипов, «Хәрби туғанлыҡ» йәмәғәт ойошмаһының урындағы бүлексәһе рәйесе Булат Төхвәтуллин, ветеран-педагог Зәйнәб Шәрипова, махсус хәрби операцияла һәләк булған батыр яугир - Рифат Муллагилдиндың әсәһе Сәлимә Фатих ҡыҙы Муллагилдина уңышлы старттар теләне. Бәйгене асыу тантанаһында ауыл активистарына, ирекмәндәргә, өлгөлө ғаиләләргә ауыл биләмәһенең, район хакимиәте башлығының һәм район ветерандар советының Рәхмәт хаттары тапшырылды. «Ылаҡ» милли уйыны буйынса ярыштарҙа үҙҙәрен ҡыйыу күрһәткән егеттәр командаһы ла бүләктәр менән билдәләнде. Фәрүәз хәҙрәт фатихаһынан һуң ярыштарҙың баш судьяһы Наил Ғәлиәкбәров уҙыштар программаһы менән таныштырҙы.

