Хәйерле көн! — 3 июля 2026 г. в 09:27:45.244
Хәйерле көн! Бөгөнгө көндә зыяратҡа-99750 һум аҡса йыйылған. Бөгөн мәсетең имамдары менән киңәшләшкәндән һуң. Аҡсаның -50000 һум мәсеткә тапшырҙыҡ.ул аҡсанан улар: Зыярат ҡараусыға түләйәсәк бер йылға. Газ плита алып һәм газға тоташтыралар, мәсеттең стеналары ҡойолоп тора, шуларҙы һыларға буярға алалар һәм ҡалған аҡсаны Ҡыш газға түләргә тинеләр. ☝️Ә калған аҡса зыяратҡа:4 мусорға ящик эшләтергә. Ике тиң, һалып йыуа торған, көрәктәр( штыковой, совковый) һаптары менән, кәйлә, үлән саптырғанға, ҡапҡаларҙы буйарға краска,кисточка, перчатка.Аҡса артһа зыяратты тотош буйарға. Бына шулай ауылдаштар, өйһәң, күп, өләшһәң әҙ, бисмилла әйтеп эшләһәк етер🙏 Әле аҡса йыйыу дауам итә. Аҡса ҡалһа, ҡалған аҡсаны мәсеткә тапшырыла саҡ. Һеҙҙең ниндәй тәҡдимдәрегеҙ бар? Бөтәгеҙгәлә ҙур рәхмәт🙏. Һеҙгә бәхетле оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ🙏 Бөтә эштәр бөткәс отчет бирелер, уҡып барығыҙ.

