Хөрмәтле ауылдаштар! — 23 июля 2026 г. в 16:37:40.954
Хөрмәтле ауылдаштар! Бөгөн зыярат ҡапҡаларын буяу буйынса субботник үткәрелде сарала ҡатнашыусылар һаны бик аҙ булды — бары 7 кеше килде. Шулай ҙа, бөтә эштәрен ташлап, ваҡыттарын бүлеп килгән барлыҡ ҡатнашыусыға айырым рәхмәт әйтәбеҙ: Самат Закировичҡа, Лидия Марсовнаға, Резеда Талгатовнаға, Рима Мавлитовнаға, Залифа Рафиковнаға һәм сельсоветтың бөтә специалисттарына. Кесе йома көнөндә уҙған изге эш, зыяраттарҙы таҙартыу һәм үлән сабыу кеүек изге эштәрҙе башҡарыу — бик ҙур сауап булыр тип уйлайым. Зыярат та иртәнән эш барҙы, кемдәрҙер ваҡыт табып яҡындарының ҡәберҙәре нең үләнен саптырып, таҙарттылар.бөтәгеҙгәлә бик ҙур рәхмәт🙏 Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, тыныс һәм мул тормош теләйбеҙ. Илебеҙгә тыныслыҡ! Әле лә ҡәберҙәрҙең тирә яғынын үләнен сабырға кәрәк, ҡайһы бер ҡәберҙәр күренмәй😢 Сегодня состоялся субботник по покраске ворот кладбища. К сожалению, участников оказалось немного — всего 7 человек. Тем не менее от всей души благодарим всех, кто нашёл время и откликнулся на призыв: Самата Закировича, Лидию Марсовну, Резеду Талгатовну, Риму Мавлитовну, Залифу Рафиковну, а также всех специалистов сельсовета. Особенно ценно, что в преддверии пятницы были выполнены такие добрые дела — наведена чистота на кладбищах, некоторые скосили траву, на могилах своих родных. От всей души желаем всем крепкого здоровья, долгих лет жизни, семейного счастья, благополучия и достатка. Пусть в нашей стране всегда будет мир и спокойствие! С уважением, администрация.

