Администрация СП Уральский сельсовет МР Кугарчинский район РБ
Образование · 25 декабря 2025 г.
Хөрмәтле ауылдаштар! — 25 декабря 2025 г. в 14:56:12.094
Хөрмәтле ауылдаштар! Салют, фейерверктар, ракеталар осороу, бенгал шәмдәрен яндырыу тамашалары менән ымһындырған Яңы йыл байрамы яҡынлаша. Тап ошо мәлдә пиротехника ҡулланып бәхетһеҙ осраҡтарға тарыу хәүефе лә янай. Фейерверктан йортҡа йә кешеләргә зыян булһа, граждандарға һалынған штраф күләме 50 мең һумға етә, ауыр эҙемтәләргә йә үлемгә сәбәп булһа, ғәйепле енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Башкортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты курһәтмәһенә яраҡлы фейерверктарҙы махсус билдәләнгән урындарҙа ғына аттырыу ҡаралған. Бикбулат ауылында пиротехника аттырыу өсөн махсус урындар билдәләнде: 1.Хоҙайбирҙин урамы 71-се йорттан яҡынса 100 метр алыҫлыҡта. 2.Мораҡ яғынан ауылға инер алдынан картуф баҡсалары янындағы аҡлан. Ауылдаштар, пиротехника ҡулланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүегеҙҙе һорайбыҙ. Фейерверк, салют, бенгал шәмдәрен, һ.б. төр пиротехниканы: – махсус магазиндарҙа ғына һатып алығыҙ; – ҡоро урында, оригиналь төргәктә һәм балалар өсөн мөмкин булмаған урындарҙа һаҡлағыҙ; – инструкцияла күрһәтелгәнсә ҡулланығыҙ; – эшләп бөткән пиротехник изделиеға кәмендә 5 минут яҡын килмәгеҙ; – иҫерек килеш ҡулланмағыҙ; – һүтмәгеҙ, утҡа ташламағыҙ һәм инструкция буйынса утилләштерегеҙ.

