Перейти к содержимому
Максиметер

📖 Яңы Зирган ФАП-ында көтөлмәгән һәм оло ҡәҙерле ҡунаҡтар!

📖 Яңы Зирган ФАП-ында көтөлмәгән һәм оло ҡәҙерле ҡунаҡтар! Яңы Зирган фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры Рәлиф Рәшит улы өсөн бөгөнгө ябай эш көнө үтә тулҡынландырғыс һәм иҫтәлекле ваҡиғаға әүерелде! ФАП-ҡа республикабыҙҙың мәртәбәле ҡәләм әһелдәре — Башҡортостандың Халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты беҙҙең яҡташыбыҙ Ҡадим Аралбай һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, билдәле яҙыусы Айгиз Бәймөхәмәтов килеп инде! Мөхтәрәм ҡунаҡтар ауыл фельдшерының эш шарттары, ауыл халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү уңайлыҡтары менән ҡыҙыҡһындылар. Осрашыу ифрат йылы, рухи һәм ихлас үтте. Ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ Рәлиф Рәшит улына һәм барлыҡ ауыл медиктарына оло хөрмәттәрен белдереп, фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн ихлас рәхмәттәрен еткерҙеләр. Хөрмәтле яҙыусыларыбыҙға ауыл медицинаһына булған ҙур иғтибарҙары һәм йылы һүҙҙәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Һеҙгә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек һәм яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ! 🩺📖🌾

80 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

196 подписчиков · Здоровье

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Ещё по теме «Здоровье»

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.