АМАНАТ журналы
Лайфстайл
Загружаем канал…
Мы используем файлы cookie для работы сайта и аналитики посещаемости. Подробнее в Политике обработки данных и Правилах.
Лайфстайл
Наш парк «Патриот» стал по-настоящему уникальной площадкой. Местом, где школьники и студенты колледжей получают не просто азы военной подготовки, а впитывают в себя правильные представления о жизни. Здесь все дышит любовью к Родине, её героическому прошлому и настоящему. В парке «Патриот» мы проводим и различные сборы для нашей активной молодёжи, волонтёров. Сам лично люблю приезжать сюда на встречи с ребятами, отвечать на их вопросы и видеть заинтересованные, горящие глаза. Самые спортивные и бесстрашные пробуют свои силы в «Гонке героев». Состязания на выносливость собирают команды со всей страны. А ещё это отличное место, куда можно приехать в выходные всей семей. Посмотреть масштабную экспозицию настоящей военной и трофейной техники. Или посетить музейно-выставочный комплекс «Пар…
Читать целикомДуҫтар! “Минең уҡытыусым” фотоконкурсы тамамланды. Тауыш биреү сервисында һөҙөмтәләр күренеп тора. 🔺Беренсе урында – 553 тауыш менән САЛАУАТОВА Илиза. Илиза Өфөнөң 2-се шифахана мәктәп-интернатының 6-сы синыф уҡыусыһы, уҡытыусыһы – Резеда Альмер ҡыҙы. 🔺Икенсе урында – 503 тауыш менән КӘЙЕКБИРҘИН Ирхан, Сибайҙың Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы. Уҡытыусыһы – Хәмитова Миләүшә Ишбулды ҡыҙы. 🔺Өсөнсө урында – ТЕЛӘҮСИНА Диана, Бөрйән районы Байназар мәктәбенең 7-се “А” синыфы уҡыусыһы. Уның уҡытыусыһы – синыф етәксеһе Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы. Еңеүселәрҙе ҡотлайыбыҙ!
Интернетта 5–11-се синыф уҡыусыларына әҙер өйгә эштәр тәҡдим иткән 400-ләп ялған ресурс табылған. Улар, ярҙам итеү битлеге артына йәшенеп, үҙҙәренә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе йыя. Был бәндәләр ошолай эш итә: - Бала әҙер өйгә эштәр сайтына инә, ә уғрыларға уның ата-әсәһенең контакттарын табыу өсөн шул ғына кәрәк. - Уғрылар ата-әсәгә шылтырата, бала тураһында белгәндәрен ҡулланып, үҙен уның уҡытыусыһы, директоры итеп таныта. - Электрон көндәлектә техник эштәр барыуы йә уға инеү мөмкинлеген тергеҙеү һылтауы менән улар СМС менән килгән кодты һорай. - Кодты ҡулға төшөргәс, уғрылар шәхси кабинеттарға инә, ҡорбаны исеменә кредит ала, дропперҙар аша аҡсаны урлай. Әҙер өйгә эштәр сайттарында хәүеф һағалауы ихтимал – һаҡ булығыҙ. Үҙ башың менән эш итеүгә ни етә?! Һүрәт: Пиксабай.
Еңел аҡсаның ауыр ахыры...
“Минең уҡытыусым” конкурсына ВКонтакте селтәренең сервисында тауыш биреү башланды. Иғтибар. Техник сәбәптәр ҡушымтала фотоларҙы ҡуйыу мөмкинлеген бирмәне. Тауышығыҙҙы ошо һылтанма аша бирегеҙ, дуҫтар: https://vk.ru/app7198399_-41010454#poll6aa398e8499caa5e39968548
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы BABY Ti йырлай! Күңелле! Бейеүгә һеҙ ҙә ҡушылығыҙ! 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb
ХАТ-ХӘБӘР Беренсе ҡар Был аҙнаның ял көнө күңелле булды. Быйыл яуған тәүге ҡарҙы күрҙем. Ябалаҡлап, кинәнеп, күҙ ҡыуандырып яуҙы. Ҡар бабай ҙа эшләп өлгөрҙөм, төштән һуңға иреп тә бөттө. СӨЛӘЙМӘНОВА Элиза, Ейәнсура районы Башҡорт Үргене мәктәбе уҡыусыһы, йәш хәбәрсе. “Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb
Башҡорт ҡурайын бер быуат элек донъяға танытҡан башҡорттоң бөйөк ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаев. ▪️1890 йылдың 10 октябрендә (яңыса йыл иҫәбе буйынса 22 октябрҙә) Түңгәүер улусы Смаҡ ауылында тыуған (хәҙерге Хәйбулла районы). ▪️1925 йылда – Парижда, 1927 йылда Германия һәм башҡа Европа илдәрендә сығыш яһаған. Фото: Башҡортостан тарихы / ВК. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb
Ауыл балалары. ⚡️Батҡаҡ ул бысраҡ түгел, батҡаҡ – сыныҡтырғыс! Клип: Стуканов Владимир. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы АҠБАШЕВ Тамерлан, “Ололар көнөндә”. #Аманат_конкурстар #күҙ_менән_ҡаш_араһы 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb