Дуҫтар! “Минең уҡытыусым” фотоконкурсы тамамланды. Тауыш биреү сервисында һөҙөмтәләр кү... — 25 сентября 2026 г. в 09:18:58.361
Дуҫтар! “Минең уҡытыусым” фотоконкурсы тамамланды. Тауыш биреү сервисында һөҙөмтәләр күренеп тора. 🔺Беренсе урында – 553 тауыш менән САЛАУАТОВА Илиза. Илиза Өфөнөң 2-се шифахана мәктәп-интернатының 6-сы синыф уҡыусыһы, уҡытыусыһы – Резеда Альмер ҡыҙы. 🔺Икенсе урында – 503 тауыш менән КӘЙЕКБИРҘИН Ирхан, Сибайҙың Рамазан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы уҡыусыһы. Уҡытыусыһы – Хәмитова Миләүшә Ишбулды ҡыҙы. 🔺Өсөнсө урында – ТЕЛӘҮСИНА Диана, Бөрйән районы Байназар мәктәбенең 7-се “А” синыфы уҡыусыһы. Уның уҡытыусыһы – синыф етәксеһе Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы. Еңеүселәрҙе ҡотлайыбыҙ!