Йәйге каникулда берәй эшкә инеп, эш тәжрибәһе йыйып, аҡса эшләп алырға теләгән үҫмерҙәр... — 10 июня 2026 г. в 08:25:33.729
Йәйге каникулда берәй эшкә инеп, эш тәжрибәһе йыйып, аҡса эшләп алырға теләгән үҫмерҙәр әҙ түгел. Бөгөн Өфөнөң “Арт-квадрат”ында ундайҙар өсөн вакансиялар йәрминкәһе (14+) була. Йәрминкә 16 сәғәттә башланасаҡ “ТрудФест” программаһына ингән.Программала шулай уҡ карьера белгестәренең консультациялары, приздар уйнатыу ҡаралған. Карьера белгестәре әҙерлек талап итмәгән эш урындары тураһында һөйләйәсәк, ышаныслы эш биреүсене табырға өйрәтәсәк. Үҫмерҙәр һәм йәштәр биләмә йыйыштырыусы, промоутер, һатыу буйынса менеджер, колл-үҙәк операторы, ашнаҡсы йә официант ярҙамсыһы, сауҙа залы хеҙмәткәре, заказ йыйыусы, заказ таратыусы кеүек эштәргә урынлаша ала. Мәшғүллек үҙәге Өфөлә Комсомол урамы, 12 адресында урынлашҡан. Район үҙәктәрендә лә мәшғүллек үҙәктәре эшләй.

