Рәсәй уҡыусыларының XIII Йәйге спартакиадаһында рапирала фехтование турнирында Өфө ол...
Рәсәй уҡыусыларының XIII Йәйге спартакиадаһында рапирала фехтование турнирында Өфө олимпия резервы спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Сөләймән Хәмитов еңеүсе булды. Еңеүсене Башҡортостан вице-премьеры–спорт министры Руслан Хәбибов ҡотланы. Өфөлә үткән фехтование ярыштарында 2009–2012 йылғы 44 спортсы ҡатнашты. Улар Рәсәйҙең 11 төбәгенән килгән. Фото: Руслан Хәбибов / соцселтәрҙәр.