Бөгөн, 25 июндә, III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары Өфөнөң Совет рай... — 25 июня 2026 г. в 10:09:12.262
Бөгөн, 25 июндә, III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһы ҡатнашыусылары Өфөнөң Совет районындағы Иван Якутов исемендәге паркты фольклор үҙәгенә әйләндерҙе. Паркта Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән 31 коллектив, Башҡортостандың 16 ижади коллективы сығыш яһай. Тамаша ҡылырға килгән халыҡ өсөн оҫта ҡулдар аллеяһы ла эшләй. Республиканың төрлө төбәгенән килгән һөнәр эйәләре матур-матур әйберҙәрен теҙгән. “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр оҫталыҡ дәресе үткәрә. Программа 17 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Фото: Совет район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте, Анна Придаченко.

