Хәйбулла районында оҫта бейеүселәр үҫеп килә. Күптән түгел бәләкәй хәйбуллалар “Байыҡ”... — 2 июля 2026 г. в 08:45:10.460
Хәйбулла районында оҫта бейеүселәр үҫеп килә. Күптән түгел бәләкәй хәйбуллалар “Байыҡ” телевизион конкурсының ҙур концертында уңышлы сығыш яһап ҡайтҡан. Аҡъяр ауылының Балалар ижады йорто тәрбиәләнеүсеһе Данияр Собханғолов (етәксеһе Юлдаш Хәсән улы Мортазин) яңғыҙ бейеү номинацияһында беренсе урынды алған. Данияр Аҡъяр 3-сө күп профилле полилингваль мәктәптең 4-се синыфын тамамлаған. Бүребай балалар сәнғәт мәктәбенең "Хазина" ансамбле лә яҡшы сығыш яһаған. Ғәзиз Хәсән улы Мортазин етәкселегендәге ансамбль "Тимербайҙың улдары" менән коллектив бейеүҙәр араһында икенсе урынды алған. Фото: Ләйсән Миңнеханова. Сығанаҡ: Хәйбулла район хакимиәте / ВК.

