БДИ БАТЫРҘАРЫ — 2 июля 2026 г. в 07:43:20.516
БДИ БАТЫРҘАРЫ Йосопов Ильяс Ҡырмыҫҡалы ауылының Чугункин исемендәге мәктәбен тамамлаған. Ильяс физиканан 100 балл алған – Ҡырмыҫҡалы районында иң юғары күрһәткес. Ильяс имтиханға үҙ аллы әҙерләнгән, репетиторҙарға йөрөмәгән. Башҡа фәндәрҙән дә балдары юғары: профилле математика – 86 балл, рус теле – 83 балл. Егет документтарын Мәскәү энергетика институтына һәм Санкт-Петербург дәүләт аэрокосмос приборҙары эшләү университетына тапшырырға йыйына. Ильяс уҡыусыларға шундай кәңәш бирә: «11-се синыфта бөтә иғтибарҙы БДИ-ға әҙерләнеүгә тупларға кәрәк, ә бына 9-10-сы синыфтарҙа олимпиадаларҙа әүҙемерәк бул. Әҙерләнгәндә алған белемдәрҙең имтиханда мотлаҡ кәрәге тейә». Сығанаҡ: Ҡырмыҫҡалы район хакимиәте.

