8 июль – берәй предметтан Берҙәм даүләт имтиханын ҡабат тапшырыу мөмкинлеген файҙалана... — 8 июля 2026 г. в 07:34:38.695
8 июль – берәй предметтан Берҙәм даүләт имтиханын ҡабат тапшырыу мөмкинлеген файҙалана торған көн. Илдә 149 мең кеше бәхетен ҡабат һынап ҡарарға булған. Башҡортостанда 4,2 мең кеше имтиханды ҡабат тапшырырға ҡарар иткән. Бөгөн мәктәп тамамлаусылар физика, информатика, әҙәбиәт, рус теле, химия һәм сит телдәр (яҙма) буйынса балдарын яҡшыртырға килде. Иртәгә база һәм профилле математика, йәмғиәт белеме, тарих, биология, география, сит телдәр (телдән) буйынса бындай мөмкинлек асыла. Рособрнадзорҙа иҫкәртеүҙәренсә, имтиханды ҡабат тапшырғанда ниндәй балл алһаң, шул көсөнә инә – хатта тәүгеһенән түбәнерәк булһа ла. Терһәкте тешләп булмаған кеүек, элекке балды ла ҡайтарып булмай. Фото: Валерий Шахов / Башинформ.

