ХАТ-ХӘБӘР — 25 июля 2026 г. в 07:26:18.719
ХАТ-ХӘБӘР Мәтрүшкә йыйыр ваҡыт Йыл да йәмле йәйҙәр еткәс, дарыу үләндәре йыйып ҡуябыҙ. Ошо көндәрҙә генә ике төрлө мәтрүшкә үләне йыйып киптерергә ҡуйҙыҡ. Мәтрүшкә бик файҙалы – һалҡын тейгәндә, ҡан баҫымы юғары булғанда, баш ауыртҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан яфаланғанда эсәләр. Мәтрүшкә төнәтмәһе менән баш йыуалар. Ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн мәтрүшкәне яҡшы елләтелгән ерҙә киптерәләр. Яҡшы һаҡланһа, мәтрүшкә 2-3 йыл ҡулланыуға яраҡлы була ала. Мәтрүшкәле сәй шифалы ла,тәмле лә. Һеҙ ҙә мәтрүшкә йыйығыҙ, һуңға ҡалмағыҙ!!! ӘСФӘНДИӘРОВА Асия. Ауырғазы районы Сәлих ауылы. 🦋“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

