Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, нәфис һү...
Мәләүез ҡалаһының Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһы уҡыусыһы, нәфис һүҙ оҫтаһы Илсур АБДРАХМАНОВ, «Мораҙымдың моңло хазинаһы» халыҡ ижады фестивалендә ҡатнашып, призлы урын яулаған. Ә йәй башында Илсур Күмертау ҡалаһының Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияһының йәйге лагерында "Урал батыр" ҡобайырын һөйләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәреп ҡайтҡан. Уға Рәхмәт хаты тапшырғандар. Фото: 9-сы гимназия / ВК.