Юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн документтар ҡабул итеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды.
Юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн документтар ҡабул итеүгә һанаулы ғына көндәр ҡалды. Бюджетҡа инеү барышы ике этаптан тора. Урындарҙың 80 проценты өҫтөнлөклө этапта (беренсе тулҡын) биләнә. - Ризалыҡты (согласие на зачисление) 1 августың 12 сәғәтенә (мәскәү ваҡыты) тиклем яҙырға кәрәк. - Ҡабул ителеү тураһында бойороҡ 3 августа баҫыла. Урындарҙың ҡалған 20 проценты икенсе этапта бүленә. - Унда ҡатнашыу өсөн ризалыҡты 6 августа 12 сәғәткә (мәскәү ваҡыты) тиклем бирергә кәрәк. - Бойороҡ 8 августа сыға. Фото: Олег Яровиков / Башинформ. Тулыраҡ – сайтыбыҙҙа: https://amanat.su/news/novosti/2026-07-23/yu-ary-u-yu-yortona-dokument-tapshyryr-a-u-lama-y-4760731