Яңы уҡыу йылы башынан “Рәсәй – минең офоҡтарым” курсы сиктәрендә 6–11-се синыф уҡыусыла... — 7 августа 2026 г. в 08:41:11.402
Яңы уҡыу йылы башынан “Рәсәй – минең офоҡтарым” курсы сиктәрендә 6–11-се синыф уҡыусылары үҙ төбәктәренең иҡтисадын һәм хеҙмәт баҙарын өйрәнә башлаясаҡ. Был курс “Киләсәккә билет” берҙәм профориентация моделенең бер өлөшө буласаҡ һәм илдең 8,5 миллион уҡыусыһын солғаясаҡ. Программа кәм тигәндә 8 дәрес үткәреүҙе күҙҙә тота. Улар төбәктең – беҙҙең мәктәптәрҙә Башҡортостандың – иҡтисад, төп предприятиелары, кәрәкле һөнәрҙәр, карьера траекториялары темаларына бағышланасаҡ. Айырыуса аграр профессияларға ҙур иғтибар биреләсәк. Уҡыусыларға ауыл хужалығы үҫеше, заманса агротехнологиялар, тармаҡта эшләү перспективалары тураһында һөйләйәсәктәр. Фото: Пиксабай. Тулыраҡ сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-08-07/m-kt-pt-r-u-yusylar-a-n-r-aylau-a-yar-am-k-s-y-s-k-4775381

