ЦИТАТАЛАР — 24 августа 2026 г. в 07:09:47.186
ЦИТАТАЛАР “Беҙҙең мәктәп тамамлаусылар БДИ буйынса тағы ышаныслы һөҙөмтәләр күрһәтте, ете уҡыу предметынан уртаса балл үҫте, ә туғыҙ предметтан уртаса Рәсәй күрһәткестәренән юғарыраҡ булды.” – Илдар Мәүлетбирҙин, Башҡортостан мәғариф министры (Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе). “Беҙ балаларҙы физик яҡтан ҡыйыу һәм көслө итеп кенә түгел, интеллектуал итеп тә үҫтерергә тейешбеҙ. Инженерҙарса фекерләүсе белгес илебеҙгә бик файҙалы буласаҡ. Нәҡ математика менән физиканы һәйбәт белгәндәр киләсәктә беҙҙең ҡалҡаныбыҙ буласаҡ.” – Эдуард Бикташев, 3-сө “Сибай” республика күп профилле полилингваль гимназияһы уҡытыусыһы, МХО ҡатнашыусыһы (Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе). Фото: Олег Яровиков / Башинформ.

