МӨҒЖИЗӘЛЕ ДОНЪЯ — 28 августа 2026 г. в 08:29:31.455
МӨҒЖИЗӘЛЕ ДОНЪЯ NASA Ер шарының 3D моделен күрһәтә. Ер шары, беҙ күҙ алдына килтергәнсә, түп-түңәрәк һәм шып-шыма глобус кеүек түгел. Ерҙең ғәмәлдәге рәүеше геоид тип атала. Йәмшек картуф кеүек ул планетабыҙ. Батыңҡы-сығыңҡылар менән сыбарланған. Ғалимдар аңлатыуынса, планета эсендә масса тигеҙһеҙ бүлгеләнгән, шуға гравитация ҡыры ла төрлө. Өс үлсәмле моделде эшләү өсөн ғалимдар 15 йыл буйы планетаның спутниктарҙан төшөрөлгән һүрәттәрен йыйған.

