Әбйәлил районы Красная Башкирия урта мәктәбенең 9-сы “А” синыфы уҡыусылары Вадим Джангу... — 27 августа 2026 г. в 11:47:03.032
Әбйәлил районы Красная Башкирия урта мәктәбенең 9-сы “А” синыфы уҡыусылары Вадим Джангучиков менән Марат Иҫәнсурин “Патриот” паркында “Еңергә өйрәнеү” профилле сменаһын уңышлы үтеп ҡайтҡан. Рәсәй Геройы М.В. Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында уҡыусылар хәрби әҙерлек буйынса интенсив курс үткән. Был курсҡа түбәндәгеләр инә: - атыу ҡоралы буйынса әҙерлек; - хәрби-десант әҙерлеге ( теория һәм ПВ-58 парашют вышкаһынан ырғыу); - хәрби-медицина әҙерлеге (беренсе ярҙам күрһәтеп өйрәнеү); - хәрби топография (урын-ерҙә ориентирлашыу) - альпинист һәм инженер әҙерлеге; - БПЛА-ға идара итеү (хәҙерге заман технологиялары); - физик әҙерлек, шул иҫәптән легендар «Геройҙар уҙышы». Смена программаһына шулай уҡ интеллектуаль уйындар, патриотик квиздар һәм тематик кино ҡарауҙар ингән. Сығанаҡ: “Әбйәлил” гәзите / МАКС. https://amanat.su/news/novosti/2026-08-27/egett-r-h-rbi-ilemg-yr-n-4794513 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

