“Ростелеком” Дим районының “Сағыу” биҫтәһендәге “СМАРТ” 2-се республика күп профилле по... — 8 сентября 2026 г. в 07:39:26.765
“Ростелеком” Дим районының “Сағыу” биҫтәһендәге “СМАРТ” 2-се республика күп профилле полилингваль мәктәбендә киберхәүефһеҙлек дәресе үткәргән. Дәрестә 6-сы синыфтарҙан 300-ләп бала йыйылған. Уҡыусыларға уғрылар ауына нисек эләкмәҫкә, ниңә социаль селтәрҙәрҙә үҙең тураһында бер нимә лә баҫмаҫҡа кәрәклеген, фишинг, спам, дипфейктың нимә икәнен аңлатҡандар. Лекциянан һуң провайдер балаларға “Хәүефһеҙ интернет” тигән өҫтәл уйыны уйнатҡан. “Ростелеком” компанияһы үҙенең “Лицей” платформаһында “Балалар белә” тигән видеодәрестәр https://lc.rt.ru/l/programms/deti-znayut-o-bezopasnosti-v-seti сығарған. Унда селтәрҙәге хәүефһеҙлек тураһында 6–14 йәшлек балалар һөйләй. Фото: Александр Тарасов / “Башҡортостанда “Ростелеком” ААЙ матбуғат хеҙмәте.

