Балалар, ҡулдан кирбес һуҡҡанды күргәнегеҙ бармы? — 8 сентября 2026 г. в 06:04:59.711
Балалар, ҡулдан кирбес һуҡҡанды күргәнегеҙ бармы? Элек Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында, бигерәк тә ағасһыҙ яҡтарҙа, балсыҡ иҙмәһен ҡалыптарға һалып, киптереп, был кирбесте өй, һарай һалыу, мейес сығарыу өсөн тотоналар ине. Саман өй тип йөрөтәләр ундай кирбестән һалынған йорттарҙы. Ҡалыптарҙағы кирбестәрҙең кипкәнен ҡарауыллау балаларға төшә ине. Юғиһә шуҡ малайҙарҙың йә мал-тыуарҙың боҙоп китеүе, ямғыр яуып еүешләтеүе бар. Хәҙер халыҡ ҡулдан кирбес һуҡмай. Кирбесте сәнәғәт етештерә. Баҡалы районы Михайловка мәктәбе уҡыусыларын “Стройальянс” ЯСЙ-һының етештереү майҙансығына экскурсияға алып барғандар, завод цехтары нисек эшләгәнен күрһәткәндәр. Балалар башынан аҙағына тиклем кирбес эшләү барышын ҡараған. Сей кирбесте теҙеүсе, яндырыусы, формовкалаусы, әҙер продукцияны теҙеүсе һөнәрҙәре менән танышҡандар. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-08/kirbeste-nisek-eshl-y-r-4805792 Фото: Баҡалы район хакимиәте. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

