МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ — 7 сентября 2026 г. в 14:49:21.799
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ Мин, ҒАРИПОВА Ариана, Учалы ҡалаһы коррекцион интернат-мәктәбенең 1-се синыф уҡыусыуһы, яратҡан уҡытыусым Зилә Мәжит ҡыҙы Вәлиева менән. Зилә Мәжит ҡыҙы, – күңелемдең иң нескә ҡылдарын тилбәртеп, белем усағында дөрләп торған маяғым. Мин генә түгел, ә барлыҡ уҡыусылары һәм ата-әсәләр уның менән һис шикһеҙ ғорурланабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Ниндәй ҡыҙыҡлы, мөғжизәле итеп дәрестәр алып бара ул. Һәр беребеҙҙең күңел турҙәренә үтеп инеп, уҡыуға ҙур һөйөү, ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләй. Зилә Мәжит ҡыҙының беҙгә булған ҡарашы, мөхәббәте яңынан-яңы үрҙәрҙәрҙе яуларға дәрт өҫтәй, беҙгә көс бирә. Беҙ уға һаулыҡ, бәхет, артабан да уңыштар теләйбеҙ. Конкурсҡа һылтанма: vk.ru/wall-41010454_70403 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

