МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ — 7 сентября 2026 г. в 14:05:15.953
МИНЕҢ УҠЫТЫУСЫМ Һәр уҡыусыға үҙенең уҡытыусыһы ҡәҙерле, шулай уҡ миңә лә. Уҡытыусы ул беҙҙең икенсе әсәй кеүек. Ул беҙҙе яҙырға, уҡырға, киләсәктә дөрөҫ юлға баҫырға өйрәтә. Минеңсә, уҡытыусы булып эшләүе бик еңелдән түгел, сөнки улар балаларға үҙҙәренең белемдәрен бирергә тырыша. Унан башҡа, улар беҙҙе киләсәктә яҡшы кеше буларға өйрәтә. Минең уҡытыусым миңә бигерәк тә оҡшай. Минең уҡытыусымдың исеме – Галина Алексеевна. Ул егәрле, тырыш, талапсан, үҙ эшен яратып башҡара. Ул балаларға тигеҙ итеп ҡарай, дәрестәрҙе үҙенсәлекле итеп үткәрә. Мин уҡытыусым менән ғорурланам. ӘХМӘТЙӘНОВ Нурхан, Дыуан районы Мәсәғүт гимназияһының 4-се “Г” синыф уҡыусыһы. Конкурсҡа һылтанма: vk.ru/wall-41010454_70403 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb

