МАКС-та үҫмерҙәр өсөн “Беҙ һинең менән” тигән ышаныс чаты эшләй башлауы тураһында социа... — 25 сентября 2026 г. в 12:01:16.694
МАКС-та үҫмерҙәр өсөн “Беҙ һинең менән” тигән ышаныс чаты эшләй башлауы тураһында социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин хәбәр итә. “Беләм: бөгөн үҫмер булыу ябай түгел. Тышҡы тыныс ҡиәфәт аҫтында йыш ҡына бер кемгә лә күренмәгән ысын дауыл ҡотора”, – ти министр. МАКС-тағы чатта һәр баланы тыңларға әҙерҙәр. Бер ниндәй нотоҡ уҡыу, баланың үҙенән ғәйеп эҙләү булмаҫ. Чатта борсоған бөтә нәмәләр тураһында яһҙырға була: ▫️борсолоу һәм паникаға бирелеү; ▫️өйҙә һәм мәктәптә конфликттар, ыҙғыштар; ▫️романтик мөнәсәбәттәрҙең өҙөлөү яраһы; ▫️үпкәләшеүҙәр; ▫️яҡыныңды юғалтыуҙан һыҙланыу; ▫️дәрестә ҡул күтәрергә ҡурҡыу; ▫️танышырға оялыу; ▫️кеше фекеренә ҡаршы тора алмау. “Һеҙҙең проблема был исемлектә булмаһа ла яҙығыҙ. Тормош төрлө ҡулланмаларҙан ҡатмарлыраҡ”, – ти министр. Илдар Мәүлетбирҙин әйтеүенсә, чатҡа ышаныу өсөн өс сәбәп бар. ▪️ мөрәжәғәт итеү тулыһынса аноним – кемлегеңде, ҡайһы мәктәптә уҡығаныңды бер кем белмәҫ; ▪️аралашыу тиңдәрсә бара, тыңлаусы үҙен өҫтөн ҡуймай, өндәшеүсенең хәлен аңлап, реаль ярҙам күрһәтергә тырыша; ▪️ аралашыу һәм ярҙам тулыһынса түләүһеҙ, бер ниндәй сикләүһеҙ. Бары тик үҙеңә уңайлы ваҡытта чатты асып яҙырға ғына кәрәк. Министр ярҙам каналы һәр баланың тормошон еңелләштереренә ышана. Сығанаҡ: Молодежная газета / МАКС.