Нуриман районының йәш урман белгестәре көҙгө урман эштәрен башланы. Беренселәрҙән булып...
Нуриман районының йәш урман белгестәре көҙгө урман эштәрен башланы. Беренселәрҙән булып Яңы Күл ауылының М.Х. Абдулов исемендәге мәктәп урмансылығы тәрбиәләнеүселәре эшкә төштө. Балалар ауылдағы обелиск эргәһенә ҡырым ҡарағайы үҫентеләрен ултыртты. Был үҫентеләрҙе уларға Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов бүләк иткәйне. Ошо көндәрҙә балалар бүләк үҫентеләр өсөн тупраҡты әҙерләне, бөтә агротехник сараларҙы күрҙе һәм үҫентеләрҙе сәсте. Артабан йәш урман белгестәре бәләкәс ағастарҙы тәрбиәләйәсәк, уларҙың ерегеп китеүен һәм үҫешен даими күҙәтәсәк. Киләсәккә йәш урмансылар, үҫеп еткән ҡырым ҡарағайы орлоҡтарын йыйып, питомникта был ағасты күпләп үрсетә башларға план ҡора. Фото: БР Урман хужалығы министрлығы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb