Өфөнөң “Патриот” паркында “Балалыҡты ҡайтарыу” фестивале бара. 16 сентябрҙә асылған сар...
Өфөнөң “Патриот” паркында “Балалыҡты ҡайтарыу” фестивале бара. 16 сентябрҙә асылған сарала Волга буйы федераль округының 14 төбәгенән 300-ҙән ашыу бала ҡатнаша. Фестиваль 2009 йылдан башлап балалар йорттарына булышлыҡ итеү һәм етем балаларҙы йәмғиәткә яраҡлаштырыу маҡсатында Волга буйы федераль округының Тулы хоҡуҡлы вәкиле бағыуында үткәрелә. Фестивалде асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров фестивалгә килгән балаларға һәйбәт һәм уңайлы булһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тырышасаҡты, йылыбыҙ, көсөбөҙ һәм белемдәребеҙ менән уртаҡлашасаҡты вәғәҙә итте. Балаларҙы Тулы хоҡуҡлы вәкил урынбаҫары Олег Машковцев сәләмләне. Фото: Олег Яровиков / Башинформ. Тулыраҡ – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-09-17/f-n-patriot-parkynda-balaly-ty-aytaryu-festivale-bara-4815703 “Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb