Өфөлә юғары тиҙлекле бишенсе быуын мобиль интернет барлыҡҡа килде. 5G элемтәһен беренсе...
Өфөлә юғары тиҙлекле бишенсе быуын мобиль интернет барлыҡҡа килде. 5G элемтәһен беренсе булып МТС тарата башлай. Android платформаһындағы телефондар мәшәҡәтһеҙ генә 5G-ға күсә, ә айфондар менән нисек булыр – уныһы Apple корпорацияһы ҡарауында, тигәндәр Рәсәй Цифр министрлығында. 5G беренсе булып Рәсәйҙең 16 ҙур ҡалаһында тоҡандырыла. Һүрәт: vectorjuice / Magnific