Архангел районы Абҙан мәктәбендә быйыл уҡырға төшкән балалар өсөн “Сәләмәт булып үҫ, б... — 7 сентября 2026 г. в 09:59:49.865
Архангел районы Абҙан мәктәбендә быйыл уҡырға төшкән балалар өсөн “Сәләмәт булып үҫ, беренсе синыф уҡыусыһы” тигән акция үткән. Балаларға “Дөрөҫ туҡланыу тураһында әңгәмә” тигән сағыу, матур китаптар таратылған. Был ҡулланма балаларҙы файҙалы аҙыҡтарҙы яратырға өйрәтә. Хәҙер улар үҫтерә торған витаминдың ҡайҙа йәшәгәнен, ни өсөн һөттөң һөйәктәрҙе нығытҡанын, аш көс биргәнен белә. Китапты тотош ғаилә менән өйрәнергә була. Унда мауыҡтырғыс мәсьәләләр һәм эштәр, тәмле рецептар, хатта уйын-йәбештермәләр ҙә бар. Фото: Абҙан мәктәбе / ВК. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb