ХАТ-ХӘБӘР
ХАТ-ХӘБӘР Олатайымдың ҡулдары алтын Минең олатайымдың исеме Нәҙир. Ул Бөрйән районы Килдеғол ауылында йәшәй. Әлеге ваҡытта хаҡлы ялда булһа ла, бер ҡасан да тик ултырмай, гел эш менән була. Өләсәйем менән улар биш бала тәрбиәләп үҫтергән. Олатайымдың үҙенең оҫтаханаһы бар, ул унда ағас эштәре менән булыша. Өҫтәл, ултырғыстар, ишек, тәҙрәләр эшләй. Йәй көнө бик эҫе булғас, ул күп уйлап торманы, беҙгә бассейн (чан) эшләп бирҙе. Беҙ рәхәтләнеп һыу ҡойондоҡ. Йәйге ялыбыҙ шулай өләсәй, олатай янында файҙалы һәм күңелле үтте. КӨМӨШБАЕВА Азалия, Өфө ҡалаһы Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһының 6-сы синыф уҡыусыһы.