ХАТ-ХӘБӘР
ХАТ-ХӘБӘР Йәйге каникулымдың бер көнө Йәйге каникулдың бер көнөндә мин туғандарым менән һалда ағыуға төштөм. Мин ике һеңлем менән бергә – кәмәлә, башҡалар сапта булды. Мораҙымдың башынан Оло Ҡужанға тиклем юлыбыҙ бик күңелле булды, шаяртышып, көлөшөп барҙыҡ. Ҡайһы берҙә ағайҙар менән алмашышып, улар – кәмәлә, беҙ сапта аҡтыҡ. Тәбиғәт бик матур! Бейек ҡаялар, шишмәләр сылтырап аға. Оло Ҡужанға барып еткәс, бер шәп ағышлы ерҙә саҡ-саҡ туҡтаныҡ. Туҡтағас, ағайҙар кәмәне алып Байназарға тиклем аҡты. Миңә бик ныҡ оҡшаны Ағиҙел буйлап сәйәхәт итеү! Ә һеҙҙең йәйегеҙ нисек үтте? ХИСАМЕТДИНОВА Илгенә, 12 йәш. Бөрйән районы, Байназар ауылы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb