Бөгөн – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ите...
Бөгөн – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Дәрестә беҙ уҡыусылар менән республикабыҙ тураһында һөйләштек — ҡыҙыҡлы факттар менән уртаҡлаштыҡ, уның тарихына һәм мәҙәниәтенә туҡталдыҡ,ниндәй матур һәм бай төбәк булыуына шатландыҡ. Балалар дәртләнеп Башҡортостан хаҡында шиғырҙар уҡыны – һәр юлда тыуған яҡҡа һөйөү тойолдо. Ә һуңынан бергә "Беҙҙең ил" йыры менән дәресте тамамланыҡ. Байрам менән, республикам! Айгөл ҺАТЛЫҠОВА, Ауырғазы районы Талбазы башҡорт гимназияһының башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. https://amanat.su/news/khat-kh-b-r/2026-10-11/d-rest-respublikaby-tura-ynda-yl-shtek-4841618