Атайҙар көнө алдынан Архангел районы Абҙан ауылы мәктәбендә атайҙарға арналған аҙналыҡ ...
Атайҙар көнө алдынан Архангел районы Абҙан ауылы мәктәбендә атайҙарға арналған аҙналыҡ үткән. Аҙналыҡта башланғыс синыф уҡыусылары, “Рәсәй бала бөркөттәре” хәрәкәте ҡатнашыусылары, мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмөндә тәрбиәләнеүселәр әҙәби ҡунаҡханала сығыш яһаған. 1–6-сы синыф уҡыусылары өсөн «Атайым – иң яҡшыһы!» тигән күргәҙмә булған. Бәләкәй рәссамдар аталарына арналған портреттар һәм һүрәттәр ҡуйған. 6-сы синыфтар атайҙарға арнап рәхмәт хаттары ла яҙған. https://vkvideo.ru/video-209741237_456239497 https://vkvideo.ru/video-209741237_456239498 https://vkvideo.ru/video-209741237_456239500