“Ай Йола” төркөмөнөң “Адель” тигән яңы йыры BandLink онлайн-сервисының чартында 5-се ур...
“Ай Йола” төркөмөнөң “Адель” тигән яңы йыры BandLink онлайн-сервисының чартында 5-се урынды алған. “Аманат” йыры ла чартҡа эләккән, ул ай чартының 47-се юлын биләй. “Адель” – төркөмдөң рус телендәге беренсе йыры. Композиция Пушкин шиғырына, Беренсе каналдың “Голос поэта” проекты өсөн ижад ителгән. Төркөмдөң ике ағзаһы яҙмышында Александр Сергеевич Пушкин менән бәйлелек бар икән. 🌹 Адель менән Руслан Шәйхетдиновтарҙың ата-әсәһенең исеме – Руслан менән Людмила, Пушкиндың билдәле поэмаһындағы кеүек. 🌹 Уларҙың туйы рус классигының тыуыуына 200 йыл билдәләнгән көндө үткән. 🌹 “Ай Йола”ның буласаҡ йырсыһына исемде Пушкиндың “Аделгә” тигән шиғыры хөрмәтенә ҡушҡандар. 🌹 Сирек быуаттан һуң ошо шиғыр “Адель” йырының нигеҙенә әйләнә. Фото: Валерий Шахов / Башинформ.