ХАТ-ХӘБӘР
ХАТ-ХӘБӘР Бөгөн беҙҙә Бейеү көнө! 21 октябрҙә Башҡортостан Милли бейеү көнөн билдәләй. Был байрам башҡорт бейеү сәнғәтенә нигеҙ һалған күренекле хореограф Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнө уңайынан булдырылған. Учалы районы Уральск ҡасабаһының "Ирәмәл"ижади үҙәгендә һәм күп функциялы мәҙәниәт йортонда ошо көнгә арнап ҙур байрам ойошторолдо. Ул бейеү сәнғәтен яратыусыларҙы йыйҙы, бейеү донъяһының байлығын һәм төрлөлөгөн күрһәтте. Беҙҙә бейеү яратыусылар ҙа, бейеүселәр ҙә күп шул. Мәҫәлән, “Уралтау” балалар бейеү ансамбле матур-матур сығыштары менән киң билдәле. ҒАТАУЛЛИНА Гөлдәриә, Учалы ҡалаһы 9-сы күп профилле полилингваль мәктәбенең 4-се синыф уҡыусыһы. 🔷“Аманат” – MAКС-та max.ru/amanatrb