21 октябрҙә «Шаян уйын» кубогына ярыш булды! Башҡортостандың төрлө яҡтарынан килгән 9 к...
21 октябрҙә «Шаян уйын» кубогына ярыш булды! Башҡортостандың төрлө яҡтарынан килгән 9 команда шаянлыҡта көс һынашты. Унда РИЛИ уҡыусылары командаһы ла ҡатнашты. «Башҡорттар.RU» тигән был команда Гран-при яуланы! Республика инженерлыҡ лицей-интернаты уҡыусылары шаян һүҙе менән дә, тапҡырлығы, залды ауыҙына ҡаратып тота алыуы менән дә иң шәбе булды. Афарин, “Башҡорттар.ру”! Фото: РИЛИ / ВК.