Беҙҙең Башҡортостанда агросәнәғәт өсөн кадрҙар мәктәп эскәмйәһенән әҙерләнә. Һуңғы аҙна...
Беҙҙең Башҡортостанда агросәнәғәт өсөн кадрҙар мәктәп эскәмйәһенән әҙерләнә. Һуңғы аҙна эсендә генә лә республикала дүрт агросиныф асылды – Мәләүез районының Ергән, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ, Учалы районының Ураҙ һәм Кушнаренко районының Кушнаренко ауылындағы мәктәптәрҙә агросәнәғәт синыфы эшләй башланы. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә. 🌾 Агросиныф уҡыусылары 3D-принтерҙарҙа эшләргә, агророботтарға һәм пилотһыҙ осҡостарға идара итергә өйрәнә. “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проекты ярҙамында бындай синыфтар беҙҙә унауға етте. Тағы ла Шишмә, Борай, Нуриман, Бүздәк райрайондарында бар улар. Тиҙҙән Тәтешле районының Иҫке Күрҙем ауылында ла, мәктәп капиталь ремонттан һуң асылғас та, агроинженерлыҡҡа уҡыта башлаясаҡтар. Радий Хәбиров яҙыуынса, был эште республика федераль булышлыҡ менән генә башҡармай. Күп райондар, заман һәм иҡтисад талабынан сығып, үҙҙәре үк агросиныф аса. Балалар көслө аграр предприятиеларҙа практика үтә. Хәҙер республикала 248 агросиныф эшләй, улар 42 муниципалитеттың 150 мәктәбендә бар. Фото: Радий Хәбиров / МАКС.