“АЙ ЙОЛА” төркөмө “Россия” телеканалының “Ну-ка, все вместе!” тамашаһында ҡатнашты. Те...
“АЙ ЙОЛА” төркөмө “Россия” телеканалының “Ну-ка, все вместе!” тамашаһында ҡатнашты. Телешоу башҡорт төркөмөнөң “Һомай” йырынан башланды. Шунан кадрға тапшырыуҙы алып барыусы Башҡортостандың халыҡ артисы Николай Басков килеп сыҡты. – АЙ ЙОЛА, хәйерле кис, һеҙ иҫ-аҡыл етмәҫлек, хайран ҡалдырғысһығыҙ! Мин һеҙгә был сығышығыҙ өсөн рәхмәтлемен, унда йөҙҙәрсә йыл йәшәп килгән яңғыраш һәм заман музыкаһы ҡушылған. Әйткәндәй, был тректың уңышынан һуң тыңлаусыларҙың башҡорт эпосы менән ҡыҙыҡһына башлағанын һирәктәр беләлер! – тине Николай Басков, беҙҙең музыканттарҙы сәләмләп. Тулыһы – сайтта: https://amanat.su/news/novosti/2026-10-25/ay-yola-k-telekanalda-sy-ysh-ya-any-4854236