Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл тормошон бәләкәйҙән күреп үҫкән. “Башинформ” хә...
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ауыл тормошон бәләкәйҙән күреп үҫкән. “Башинформ” хәбәрсеһенә ул ауылға өләсәй-олатайға барыуҙары тураһында һөйләгән. – Иҫемдә, беҙ малайҙар инек, мин ауылға махсус килә инем. Беҙҙе атай-әсәй ебәрә торғайны, сөнки беҙҙең ауылда шулай ине: йәй көнө һәр йорт сират буйынса көтөү көтә. Ә беҙ, ҡала балалары, ауылға барып, өләсәйебеҙ менән олатайыбыҙға ярҙамлашабыҙ. Хәҙер мал тотҡан кешеләр һаны кәмей. Бик мәшәҡәтле эш бит ул. Бала саҡтан хәтерләйем, өләсәйем бер ваҡытта ла ҡунаҡта оҙаҡлап ултырмаҫ ине: "Ярай, ҡайттыҡ, миңә һыйыр һауырға кәрәк", – тиер ине. Ә һыйырҙы ул кис һауа, иртән иртүк тороп һауа. Бик анһат түгел. Әлбиттә, ыңғай яҡтары бар, үҙ майың, һөтөң, ҡаймағың һәм башҡаһы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, былар бөтөп бара, торған һайын күберәк кешеләр эре мал аҫрауҙан баш тартыр. Тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ үҫтерерҙәр, әлбиттә. Мин йәшәгән дәүләт резиденцияһында малайҙарым тауыҡтар алыуҙы һорағайны. Беҙ алдыҡ. Уларға бик оҡшай – улым йомортҡаларын йыйып йөрөй. Өҫтәүенә, балаларҙы эшкә йәлеп итәбеҙ, – ти Радий Хәбиров. Фотола: Радий Хәбиров “Атайсал” форумында (2025). Фото: Валерий Шахов / Башинформ архивы.