Перейти к содержимому
Максиметер

4 НОЯБРЬ – ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ КӨНӨ

4 НОЯБРЬ – ХАЛЫҠТАР БЕРҘӘМЛЕГЕ КӨНӨ   “Сип-сип себештәрем, минең матур себештәрем”  тигән азербайжан  йыры – хәҙерге балаларҙың олаталары-өләсәләре бала саҡта тыңлап  үҫкән матур йыр ул. Башҡортостан радиоһында уны башҡортса йырлайҙар ине. Тик хәҙер глобаль селтәрҙә башҡортсаһын табып булманы.   Сип-сип себештәрем, Сип- сип-сип-сип себештәрем, Минең матур себештәрем, Йомшаҡ матур себештәрем (x 2), Көтәм һеҙҙе, тиҙ килегеҙ Үләндә  һеҙ  ял итегеҙ (x 2). Ай, минең себештәрем (х 4), Бигерәк матур себештәрем. Сип-сип себештәрем, Сип- сип-сип-сип себештәрем, Минең матур себештәрем, Йомшаҡ матур себештәрем (x 2).    “Себештәрем”, азербайжанса “Cücələrim”  йыры 1949 йылда сыҡҡан. Уның көйөн  Ғамбар Гусейнли,  һүҙҙәрен Тофик Муталлибов яҙған, Сугра Багирзаде менән “Cücələrim” балалар ансамбле башҡара.    12 йәшлек  Сугра Багирзаде (фотла) 1959 йылда Мәскәүҙәге Азербайжан көндәрендә симфоник оркестрға ҡушылып Ҙур театр сәхнәһендә сығыш яһағандан һуң  СССР-ҙа бик билдәле ҡыҙ булып китә. Ошо башҡарылышта йыр “Донъяның иң яҡшы балалар тауыштары” йыйынтығына индерелә.   Сугра Багирзаде, университеттың инженер-технология факультетын тамамлап, Баку киностудияһында инженер булып эшләй , киноларҙа төшә, ул рәссам, флорист булараҡ та билдәлелек ала. Азербайжандың атҡаҙанған артисы.      🎶 Йырҙы беҙҙең ВК төркөмөндә  лә тыңларға була: https://vk.ru/wall-41010454_71671

26 просмотров

Канал в каталоге Максиметера

184 подписчиков · Медиа и блоги

Другие публикации канала

Популярные публикации канала

Читать дальше

Два раза в неделю свежие посты этого канала — на почту и в личную ленту. Без повторного поиска канала вручную.