Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы — 16 июня 2026 г. в 12:12:08.443
Алик Шакиров - «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты геройы Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге һәм БСТ телеканалы берлектәге «Ғорурланыу өсөн сәбәп бар» проекты сиктәрендә республиканың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Ғаян Лоҡманов исемендәге премиялар лауреаты Алик Шакиров хаҡында һөйләне. Ул Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Төрлө йылдарҙа «Ленинец», «Советская Башкирия» республика гәзиттәрендә хәбәрсе, бүлек мөдире, Башҡортостан профсоюздары өлкә советында рәйес ярҙамсыһы булып эшләй. 1990 йылдар башында Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте һәм президенты матбуғат хеҙмәттәренең беренсе етәксеһе. 1996 йылдан алып «Башинформ» агентлығында эшләй. 2010 йылға тиклем – мәғлүмәт хеҙмәте етәксеһе һәм генераль директор урынбаҫары, 2010 йылдан – баш мөхәррир урынбаҫары. 2019-2020 йылдарҙа – мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире. 2022 йылда «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән.

