Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бер аҙна эсендә полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙан 1124 мөр... — 16 июня 2026 г. в 10:37:08.614
Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса бер аҙна эсендә полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарҙан 1124 мөрәжәғәт теркәгән, 46 хәбәр буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатылған. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә билдәле булды. Мөрәжәғәттәр иҫәбендә мутлашыу факттары буйынса ғаризалар ҙа телгә алынды. Бер аҙна эсендә 6 мөрәжәғәт теркәлгән. Зыяндың дөйөм суммаһы 22 758 701 һум! тәшкил итә. Иң ҙур сумманы мутлашыусыларға 77 йәшлек шәхси эшҡыуар биргән - 16 миллион һумдан ашыу! Был хаҡта беҙ бынан алда ентекләберәк яҙған инек инде. Шулай уҡ 3,4 миллион һумдан “Бамтоннельстрой-Мост” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәре ҡолаҡ ҡаға. Енәйәтселәр пенсия тупланмаларын түләү, мутлашыу ғәмәлдәрен туҡтатыу һылтауы менән зыян күреүсенең шәхси аҡсаһын урлай. Автомобиль һатып алыу һылтауы менән “БСК” акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәре аферисттарға 1,5 миллион һум самаһы аҡса күсерә. Был осраҡтар бары тик Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса ғына. Ә бит тотош республиканы алһаҡ, ҡот осҡос хәл. Ни өсөн кешеләр тиҙ алдана? Баҫма матбуғатта ла, Интернет селтәрендә лә даими иҫкәртеп торабыҙ бит. Мутлашыу төрҙәре тураһында ла яҙабыҙ. Әммә...

