Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде — 15 июня 2026 г. в 13:30:04.457
Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде 2025 йылда республикаға 2,4 миллион турист килгән. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәккә туристар ағымының артыуы билдәләнде. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса республика Рәсәй буйынса дөйөм рейтингта 16-сы урындан 13-гә күтәрелде. Башҡортостанға 2,4 миллион турист килгән (2024 йылға ҡарағанда 8,2% күберәк), тип хәбәр итте республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина. Уҙған йылда республикабыҙ Волга буйы федераль округы рейтингында Татарстандан, Түбәнге Новгород һәм Һамар өлкәләренән ҡалышты, быйыл иһә өсөнсө урынға сыҡты, тип иҫкә төшөрҙө ул.

