Стәрлетамаҡта сығарылыш балы 26 июндә үтәсәк һәм өс өлөшкә бүленәсәк🌸 — 22 июня 2026 г. в 16:51:20.972
Стәрлетамаҡта сығарылыш балы 26 июндә үтәсәк һәм өс өлөшкә бүленәсәк🌸 🌷Беренсе өлөшө көндөҙгө 14:00 сәғәттә Ҡала мәҙәниәт һарайында башланасаҡ, унда уҡыуҙа юғары уңыштар күрһәткән сығарылыш класс уҡыусыларына миҙалдар тапшырыу тантаналары үтәсәк. 🌷Икенсе өлөшө киске 18:00 сәғәттән 21:00 сәғәткә тиклем планлаштырылған һәм ул мәктәптәрҙә үтәсәк. Бында сығарылыш класс уҡыусыларына аттестаттарҙы тантаналы тапшырыу, шулай уҡ киске аш ойоштороласаҡ. 🌷Байрамдың өсөнсө өлөшө "Громада" сауҙа-күңел асыу үҙәгендә киске 22:00 сәғәттән алып иртәнсәккә тиклем дауам итәсәк. Уҡыусыларҙы ҙур күңел асыу программаһы көтә, саҡырылған йырсы үҙенең сығышы менән кисәне йомғаҡлап ҡуясаҡ.

