Бүздәк районында МХОла һәләк булған яугирҙың әсәһе мутлашыусыларға 13 миллион һум аҡса ... — 22 июня 2026 г. в 12:05:45.704
Бүздәк районында МХОла һәләк булған яугирҙың әсәһе мутлашыусыларға 13 миллион һум аҡса күсергән. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бүздәк районы буйынса дежур бүлегенә 43 йәшлек ҡатын ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Зыян күргән ҡатын “алдау ғәмәлдәрен булдырмауҙы” вәғәҙә иткән мутлашыусылар менән аралашыуҙан һуң бөтә аҡсаһын юғалта. Ғариза биреүсенең әйтеүенсә, бер нисә көн дауамында уға “хәрби часть”, “Дәүләт Хеҙмәттәре”, Роспотребнадзор, Федераль ҡаҙна һәм федераль именлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре” тип таныш булмаған кешеләрҙән шылтыратыуҙар килә. Енәйәтселәр ҡатынды, махсус хәрби операция биләмәһендә һәләк булған улына бүләктәр биреләсәк, тип ышандыра. Уларҙы алыу өсөн хәрби частарға ҡабул итеүгә яҙылырға кәрәк, йәнәһе... Артабан схема ғәҙәти сценарий буйынса үҫешә: ҡатынға уның шәхси кабинетын ватыпм ингәндәр тип хәбәр итәләр һәм енәйәтселәр уның исеменә күп миллионлы кредит алырға тырыша. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу һәм “террористарға ярҙам итеү” өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылмау маҡсатында, ғариза биреүсене ашығыс рәүештә булған барлыҡ аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерәләр. Алдау ҡорбаны, енәйәтселәр күрһәтмәһе буйынса, МХОла һәләк булған улы өсөн түләнгән 13 миллион һум күләмендә түләүҙәрен иҫәптән сисеп алыу өсөн банкҡа мөрәжәғәт итә. Банк хеҙмәткәрҙәре иҫкәртеү әңгәмәһе үткәрә, әммә ҡатын күсемһеҙ милек һатып алыу өсөн аҡса кәрәклеген аңлата. Алынған сумманы зыян күреүсе үҙенә килгән иргә тапшыра. Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 3-сө өлөшөндә ҡаралған енәйәт билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Полиция тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрә: дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да аҡсаны шәхси һандарға күсереүҙе һорамай һәм аҡсаны “ҡотҡарыу” өсөн кредит алырға тәҡдим итмәй. Бындай шылтыратыуҙар килеп еткәс, һөйләшеүҙе кисекмәҫтән туҡтатырға һәм банкка шәхсән мөрәжәғәт итергә кәрәк.

