22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө — 22 июня 2026 г. в 02:30:03.815
22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнө Бөгөн — Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 85 йыл. 1941 йылдың тап ошо көнө, иртәнге таңда, фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына һөжүм итеп, илебеҙгә баҫып ингән. Был дәһшәтле һуғыш 4 йылға һуҙыла, 27 миллиондан ашыу кешенең ғүмере өҙөлә. Йөҙҙәрсә мең ҡала һәм ауыл ер менән юҡҡа сығарыла. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исемдәренә лайыҡ була. Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандарының, тыл ветерандарының батырлығын хөрмәтләп иҫкә ала.

