Стәрлетамаҡта поезд тимер юлда йөк машинаһы менән бәрелешкән😱 — 20 июня 2026 г. в 15:15:59.218
Стәрлетамаҡта поезд тимер юлда йөк машинаһы менән бәрелешкән😱 Поездың фура менән бәрелешеүе Михайловский тимер юл үткәүелендә – Куйбышев тимер юлының 149-сы километрында булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, йөк машинаһының двигателе юл аша үткәндә ҡапыл һүнгән дә ҡуйған. Һөҙөмтәлә поезд менән бәрелешкән. Һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ. 📌Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә! Тимер юл үткәүелендә мәжбүри туҡтаған осраҡта, пассажирҙарҙы тиҙ арала төшөрөп, машинаны юлдан ситкә этәрергә тырышығыҙ. Әгәр двигатель ҡабынмаһа – ике кешене машинистҡа сигнал биреү өсөн юл буйлап төрлө яҡҡа ебәрегеҙ (ҡыҙыл туҡыма йә фонарь булһа, тағы ла яҡшыраҡ), ә үҙегеҙ кабинанан сығып, хәүефһеҙ араға ситләшегеҙ. Сығанаҡ һәм фото: Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

