Радио ветераны, журналист һәм йырсы Фәниә Хәлитова вафат — 29 июня 2026 г. в 12:36:36.477
Радио ветераны, журналист һәм йырсы Фәниә Хәлитова вафат Өфөлә радио ветераны, журналист һәм йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Журналистар союзы ағзаһы Фәниә Хәлитова-Сөләймәнова 88-се йәшендә арабыҙҙан китте. Фәниә Байгилде ҡыҙы Мәләүез районының Һыртлан ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт филармонияһында һәм музыка мәктәбендә эшләгәндән һуң, 1971 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһына эшкә күсә. Төрлө йылдарҙа мөхәррир, өлкән мөхәррир, комментатор булып эшләй, күп тапшырыуҙар авторы, фонд туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Йырсының репертуарында башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары, популяр композиторҙарҙың романстары һәм йырҙары бар ине. Йырсы Башҡортостандың ҡала һәм райондарына ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә лә гастролдәргә сыҡты. Фәниә Хәлитова 30 йылдан ашыу «Илһам», «Йыр менән ҡанатланып», «Музыка донъяһы», «Студияла осрашыуҙар», «Таныш булығыҙ», «Тере хәтер», «Һеҙҙә ниндәй хәлдәр бар?», «Халыҡ моңон халыҡ күңеленә» һәм башҡа радиотапшырыуҙар авторы һәм алып барыусыһы булды.

